115-се гимназияны реконструкциялау былтыр декабрҙә башланған. Уны тулыһынса яңыртыу өсөн «Мәғариф» милли проекты нигеҙендә 600 миллион һум аҡса бүленә.
Иҫке бина үҙгәртелә, уның таушалған урындарын һүтеү тамамланып килә, төҙөүселәр стеналарҙы нығыта. Инженер селтәрҙәр ҙә тотош яңыртыла.
1967 йылда һалынған мәктәпкә күптән ремонт үткәрелмәгән булған, экспертиза бинаның 80 процент иҫкереүен күрһәткән. Киләсәктә ул танымаҫлыҡ булып үҙгәрә һәм киңәйтелә.
Спорт залы һәм ашхана урынлашҡан бер ҡатлы бина һүтелгән. Спорт блогы яңынан төҙөлә, унда физик культура менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар тыуҙырыла. Душ бүлмәләре лә була. Уҡыусылар байрамдарҙы иркен тамаша залында уҙғарасаҡ. Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикле уҡыусылар өсөн дә шарттар ҡарала.
Гимназия яны участкаһында йүгереү юлы, ГТО, футбол, баскетбол һәм башҡа уйындар өсөн майҙандар төҙөлә. 1225 уҡыусыға иҫәпләнгән гимназияны төҙөүсе ойошма быйыл декабрҙә файҙаланыуға тапшырырға ниәтләй.
Рәмилә Исмәғилева




