Башҡортостанда «Мәктәпкәсә йәштәге бала сертификаты» программаһының географияһы киңәйергә тейеш

Был туралағы указға төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Стәрлетамаҡта башланғыс алған пилот проект буйынса ике меңгә яҡын сертификат тапшырылған. Программа балалар баҡсаларында урын етмәү проблемаһын һәм ғаиләләрҙә бюджетты экономиялау мәсьәләһен хәл итә.

Программаға ярашлы, ата-әсәләр 2 айҙан 3 йәшкәсә балаларын шәхси балалар баҡсаһына урынлаштырып, дәүләт ойошмаһына кеүек аҡса түләй, башҡа сығымдарҙы дәүләт ҡаплай. Сертификаттың күләме – 6 мең һум. Аҡса ай һайын балалар учреждениеһы иҫәбенә күсерелә.

Беҙ күп балалар баҡсаһы тупһаһын тапаныҡ. Программа тураһында белгәс тә ғариза бирергә булдыҡ. Бер ай ҙа үтмәне, ҡыҙыбыҙҙы балалар баҡсаһына урынлаштыра алдыҡ. Проекттың өҫтөнлөктәре бик күп, баланы шәхси балалар баҡсаһына урынлаштырыу кеҫәгә һуҡмай.

Руслан Әхмәтйәнов, ике йәшлек бала атаһы

Һуңғы 3 йылда ғына Башҡортостанда 46 балалар баҡсаһы төҙөлгән. Әммә ихтыяж һаман да күҙәтелә. «Мәктәпкәсә йәштәге бала сертификаты» программаһын Рәсәйҙең мәғариф министрлығы белгестәре төбәктәр араһында иң яҡшы социаль тәжрибә тип юғары баһалаған.

Сертификат эйәһе булыр өсөн, ата-әсәләргә «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында ғариза бирергә, күп функциялы үҙәккә йәки район мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. 1 марттан алып, сертификаттар Октябрьский ҡалаһында һәм Иглин районында ла тапшырыла башлай. Программаны ғәмәлгә ашырыу өсөн төбәк бюджетынан быйыл 140 миллион һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана.

Фото №1 - Башҡортостанда «Мәктәпкәсә йәштәге бала сертификаты» программаһының географияһы киңәйергә тейеш
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ