Башҡортостанда коронавирус йоҡтороу осраҡтары кәмей

Шулай ҙа тынысланырға иртә тигән фекерҙә табиптар. Быны көндәлек ковид статистика ла раҫлай. Уҙған тәүлектә хәүефле сир Башҡортостанда йәнә 200-ҙән ашыу кешелә асыҡланған.

Ауырыусыларҙың дөйөм иҫәбе 125 меңгә яҡынлай. Стационарҙарҙа 137 пациент дауалана. Уларҙың 54-е ауыр хәлдә. Тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаларына тоташтырылыусылар юҡ. Шулай ҙа һуңғы тәүлектә 9 үлем осрағы теркәлгән.

Коронавирус ҡорбандарының дөйөм һаны – 4 мең ярымдан ашыу. Уҙған тәүлектә 16 мең ярым самаһы кеше вакцина яһатҡан. Уларҙың 2 миллион 110 меңдән ашыуы прививканың ике компонентын да эшләткән. Был коллектив иммунитет булдырыу өсөн вакциналанырға тейешле халыҡтың яҡынса 85 проценты. Башҡортостанға 3 миллион дозаға яҡын коронавирусҡа ҡаршы вакцина килтерелгән.

Фото №1 - Башҡортостанда коронавирус йоҡтороу осраҡтары кәмей
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ