Радий Хәбиров Рәсәйҙең инновацион төбәктәре ассоциацияһы йыйылышында ҡатнашты

Кәңәшмә «Рәсәй һәм донъя: өҫтөнлөктәр» тип аталған Гайдар форумы майҙансығында үтте. Унда ойошманың былтырғы эш йомғаҡтары һәм 2022 йылға төп бурыстары тикшерелде.

Радий Хәбиров Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллинға берлектәге эш өсөн рәхмәт белдереп, былтыр республикала торлаҡты сафҡа индереү күләме 3 миллион квадрат метр тәшкил итеүен билдәләне.

Башҡортостан етәксеһе Рәсәйҙең инновациялы төбәктәре ассоциацияһы ағзаларын 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығына арналған байрам сараларында ҡатнашырға саҡырҙы.

Фото №1 - Радий Хәбиров Рәсәйҙең инновацион төбәктәре ассоциацияһы йыйылышында ҡатнашты
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ