Телгә бәйле мәсьәләләр Радий Хәбиров рәйеcлегендә уҙған «Тел сәғәте»ндә ҡарала башлай

Бөгөн үткәрелгән тәүге кәңәшмәлә полилингваль белем биреү системаһына ҡағылған һорауҙар ҡаралды.

Башҡортостанда полилингваль белем биреү йәки төрлө телдәрҙә уҡытыу буйынса махсуслашҡан белем усаҡтары һуңғы йылдарҙа ғына барлыҡҡа килде. Әле республикала күп профилле 4 мәғариф учреждениеһы эшләп килә. Белем усаҡтарының икәүһе Өфөлә, ҡалғандары Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама ҡалаларында урынлашҡан.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, киләсәктә полилингваль мәктәптәр башҡа төбәктәрҙә лә сафҡа индерелә. Был белем усаҡтары уҡытыу сифаты буйынса ла, эшмәкәрлекте ойоштороу йәһәтенән дә иң юғары талаптарға яуап бирергә тейеш, тине Республика башлығы.

Полилингваль белем усаҡтары урындағы төбәктең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып асыла. Мәҫәлән, Нефтекамалағы гимназия татар телен өйрәнеү буйынса махсуслашҡан. Мишкәлә мари, Бишбүләк йәки Бәләбәй районында сыуаш теле уҡытыуға йүнәлтелгән.

Педагогтар әйтеүенсә, полилингваль белем биреү системаһы-мәғарифтың киләсәге. Әле заман йәш быуындан төрлө яҡлап үҫешеүҙе талап итә. Мәҫәлән, Өфөнөң «Яркий» биҫтәһендә урынлашҡан «Смарт» полилингваль күп профилле гимназияһы етәкселеге белдереүенсә, был белем усағында уҡырға теләгәндәр күп. Шуға күрә 1 ғинуарҙан мәғариф учреждениеһы Республика кимәлендәге итеп үҙгәртелгән.

Фото №1 - Телгә бәйле мәсьәләләр Радий Хәбиров рәйеcлегендә уҙған «Тел сәғәте»ндә ҡарала башлай

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ