Ғәҙәттән тыш хәл Өфө-Ырымбур юлының 49-сы километрында теркәлде.
Инспекторҙар трассалағы аварияны теркәү өсөн ваҡиға урынына килгән булған. Ошо ваҡытта юл ситендә торған патруль машинаһына «BMW» бәрелә. Һөҙөмтәлә транспорт саралары ҙур зыян күрә. Салонда ултырған хоҡуҡ һаҡсыларының береһенә медицина ярҙамы талап ителә. Һауа торошоноң боҙолоуын иҫәпкә алып бөгөн көндөҙгө сәғәттәрҙә Булгаков ауылынан Рощинскийға тиклем арала транспорт хәрәкәте сикләнде.
Бөгөн шулай уҡ Өфө-Инйәр -Белорет юлында ла бер юлы 6 автомобиль бәрелеште. Авария Ҡырмыҫҡалы районы Илтирәк ауылы эргәһендә теркәлгән. Юл ваҡиғаһында биш кеше, шул иҫәптән 10 һәм 15 йәштәрҙәге ике бала зыян күргән Уҡыусылар һәм тағы ла бер өлкән кеше Өфө дауаханаларына оҙатылған.
Һауа торошоноң насарайыуын иҫәпкә алып белгестәр водителдергә алыҫ юлға сыҡмай торорға кәңәш итә. Әлеге ваҡытта Өфө-Ырымбур, Һамар-Өфө-Силәбе, Өфө-Инйәр –Белорет юлдарында инспекторҙар көсәйтелгән режимда эшләүгә күскән. Ғәҙҙәттән тыш хәл тыуған осраҡта 235-84-02, 233-27-31 телефоны буйынса дежур бүлеккә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Өфөнөң коды – 347.




