Башҡортостанда ауыл эшсәндәре һалымдан азат ителә

Башланғыс парламенттың бюджет комитетында раҫланды. Закон проекты Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың сираттағы пленар ултырышында тауыш биреүгә сығарыла.

Федераль ҡануниәт төбәктәргә ауыл хужалығы һалымы ставкаһын 0-дән 6 процентҡа үҙаллы билдәләү хоҡуғын бирә. Башҡортостан парламентындағы «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ошо мөмкинлектән файҙаланып киләһе 2 йылға ауыл хужалығы предприятиеларын һалымдан тулыһынса азат итеү яҡлы. Был норма хеҙмәткәрҙәре өсөн 90 процент эш урынын һаҡлап ҡалған ойошмаларға ҡағыла. Маҡсатыбыҙ – пандемия шарттарында ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә ярҙам күрһәтеү, тармаҡта эш урындарын һаҡлап ҡалыу, аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы тотороҡландырыу.

Рөстәм Ишмөхәмәтов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары
Фото №1 - Башҡортостанда ауыл эшсәндәре һалымдан азат ителә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ