Баш ҡаланың 21-се ҡала клиник дауаханаһы – республика тармаҡ-ара конкурс еңеүсеһе

«Юғары кимәлдәге социаль эшмәкәрлек һәм социаль партнерлыҡты үҫтереү» номинацияһы буйынса медицина учреждениеһы икенсе урын алған. 21-се ҡала клиник дауаханаһында 2000 хеҙмәткәр иҫәпләнә.

Дауаханала уның эшселәре өсөн уңайлы хеҙмәт шарттары булдырылған. Пандемия осоронда уларҙың үҙҙәренең сәләмәтлеген нығытыуға иғтибар бүленә. Физкультура дауалау кабинеты эш ваҡытынан тыш та буш тормай. Аҡ халатлылар йыйылып күнекмәләр яһай.

Медицина учреждениелары араһында тәүгеләрҙән булып «Актион» мәғлүмәт- хоҡуҡи система ҡулланыла. Коллективҡа йыл һайын йәштәр килә, электән эшләгән табиптар менән тәжрибә уртаҡлашыу яйға һалынған. Мәҫәлән, травматология бүлеген дауахананың асылған көндәренән үк эшләүсе Әхтәм Фәйзуллин етәкләй. Ул был эшкә ҡырҡ йыл ғүмерен бағышлаған.

Еңеүселәр исемлегендә шулай уҡ Асҡын үҙәк район дауаханаһы. Республика клиник психиатрия дауаханаһы бер юлы өс номинация буйынса призлы урын яуланы.

Фото №1 - Баш ҡаланың 21-се ҡала клиник дауаханаһы – республика тармаҡ-ара конкурс еңеүсеһе

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ