Атайсал – изге проект. Меценаттар ярҙамында ғәмәлгә ашырылған программа сиктәрендә Ауырғазы районында социаль объекттар төҙөкләндерелә. Сыуаш-Ҡарамалы ауылынан Елена Николаева тырышлығы менән урындағы сиркәүҙә ремонт үткәрелде. 20 йыл элек һалынған бинаның фасады яңыртылды, тәҙрәләре, иҙәндәре алмаштырылды, сиркәү майҙаны тәртипкә килтерелде. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында
14 ғинуар христиандар өсөн мөһим байрам менән иҫтәлекле. Был көндө улар ғаиләләре менән сиркәүҙэ үткәрә, изге Василий рухына намаҙ уҡып туғандары менән аралаша. Сыуаш-Ҡарамалы ауылында йәшәүселәр ҙә был байрамды тулҡынланып көтөп алған. Дини саранан тыш урындағы меценат Елена Николаева ярҙамы менән яңыртылған бинаның асылыуы улар өсөн айырыуса ҡыуаныслы ваҡиға.
Сығышы менән Сыуаш-Ҡарамалы ауылынан булған Елена Николаева Мәскәүҙә йәшәһә лә, кесе ватанын онотмаҫҡа тырыша. Эшҡыуар ауылда мәктәп, сиркәү, мәҙәниәт йортон да төҙөкләндерергә ярҙам иткән.
Республика башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән ойошторолған «Атайсал» проектына ярашлы, уҙған йылда төбәктә 500 млн һумға аныҡ эштәр башҡарылған. Социаль объекттарҙы төҙөкләндереүҙең, урындағы башланғыстарға ярҙам итеүҙең маҡсаты ауыл халҡы өсөн уңайлы мөхит булдырыу. Программаны тормошҡа ашырыу артабан дауам итә.
Флорида Ким







