Проект Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән сираттағы «Инвестиция сәғәте»ндә тикшерелде.
Инвесторҙар билдәләүенсә, завод үҙенең экологик яҡтан таҙа булыуы менән айырыла. Уға асфальт-бетон ҡатнашмаһын етештергәндә барлыҡҡа килгән бысраҡ матдәләр һәм углеродтарҙы яндырыуҙы контролдә тотоу системаһы иҫәбенә ирешелә.
Заводты төҙөүгә ярты миллиард һум инвестиция йәлеп итеү ҡарала. Ул эргә -тирәләге райондарҙы юл япмаһы һәм 50 кешене эш урындары менән тәьмин итәсәк. Һөйләшеүҙәр буйынса инвесторға инженер селтәрҙәренә киткән сығымдарҙы ҡаплауға финанстар бүлеү мәсьәләһе хәл ителде.
Балтас районында фураж игенен үҫтереү маҡсатында сәсеү майҙандарын арттырыу күҙаллана. Ҡатнаш аҙыҡ менән Яңауыл һәм Балтас райондарындағы сусҡасылыҡ фермалары тәьмин ителәсәк.
«Мичуринский» йәмғиәте етәкселеге билдәләүенсә, ауыл хужалығы техникаһы, ашламалар һәм иген һаҡлау урындары төҙөү өсөн 240 миллион һум аҡса сарыф ителәсәк. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар проектты өҫтөнлөклө тип тапты. Дәүләт тарафынан ҡоролмаларҙы һатып алыуға киткән сығымдарҙы ҡаплаү күҙаллана.




