Стәрлетамаҡ районында дәүләт ҡарамағындағы балалар баҡсаһы шәхси ер биләмәһендә төҙөлгән

Шунлыҡтан социаль объект файҙаланыуға тапшырылып та ике йыл инде кескәйҙәрҙе ҡабул итә алмай. Мәсьәлә суд ултырышына тиклем барып етте. Мәғлүм булыуынса, учреждение Башҡортостандың 100 йыллығы сиктәрендәге республика программаһы сиктәрендә төҙөлгән. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Көндөң ҡар-буранлы булыуы ата-әсәләргә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы алдына йыйылырға ҡамасауламаны. Бала эйәртеп килеүселәр ҙә юҡ түгел. Сөнки өйҙә ҡалдырыр кеше юҡ. Уларҙы социаль объекттың киләсәге борсой.

Балалар баҡсаһы «Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект» республика программаһы сиктәрендә сафҡа инә. Стәрлетамаҡ халҡы ауыл ерендәге күркәм һәм заманса объектты ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Әммә, ҡыуаныс оҙаҡҡа бармай.

Асыҡланыуынса, дәүләт ҡарамағындағы социаль объект шәхси ер биләмәһендә төҙөлгән. Шуға ла учреждение бөгөн балаларҙы ҡабул итә алмай. Киләсәге лә билдәһеҙ ҡала. Хатта, һүтелеү ихтималлығы ла юҡ түгел, ти ата-әсәләр.

139 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы республика программаһына ярашлы, «Демография» милли проекты сиктәрендә, федераль һәм республика бюджеты ярҙамында төҙөлә. Тикшереү барышында урындағы үҙидара органдарының социаль объект төҙөлөшө өсөн бирелгән ер биләмәһенең буш булыуын асыҡланы.

Ольга Немчинова, Стәрлетамаҡ районы прокуроры урынбаҫары

Стәрлетамаҡ районы хакимиәте белдереүенсә, дәүләт милкенә ҡараған ер тәүҙә «Стерлитамакское» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡулында, унан һуң «Спецпромкомплект» ойошмаһына рәсмиләштерелгән. Быға ер участкаһы координатаһының 2004 йылда уҡ дөрөҫ билдәләнмәүе сәбәпсе. Хаталы башҡарылған эш 2017 йылда Берҙәм дәүләт реестрына теркәлә.

Социаль объект урынлашҡан ер майҙанына бөгөн дә «Спецпромкомплект» ойошмаһы милкенә ҡарай. Стәрлетамаҡ районы хакимиәте ошо нигеҙҙә, үҙенең дөрөҫлөгөн раҫлау өсөн Арбитраж судҡа мөрәжәғәт итте.

Римма Ниғмәтуллина, Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары

Суд эштәре сиктәрендә суд экспертизаһын тәғәйенләүҙәрен һорап Стәрлетамаҡ районы хакимиәте дәүләт органына мөрәжәғәт иткән. Ултырыш киләһе дүшәмбегә билдәләнгән.

Фото №1 - Стәрлетамаҡ районында дәүләт ҡарамағындағы балалар баҡсаһы шәхси ер биләмәһендә төҙөлгән
Башбат

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ