Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың матбуғат конференцияһы үтте

Республика күп функциялы үҙәгенең төп офисында Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың матбуғат конференцияһы үтте. Уның барышында тармаҡ һәм күп функциялы үҙәктең берлектәге эшенә йомғаҡ яһалды, социаль түләүҙәр һәм пособиеларҙы халыҡҡа еткереүҙә ябайлаштырылған юлдар барланды.

Үткән йыл башынан халыҡты социаль яҡлау республика үҙәгенең Бөрө филиалында пилот проекты тормошҡа ашырыла. Проект сиктәрендә балалы ғаиләләргә пособие түләү процессы еңелләштерелә. Ғаилә бер генә тапҡыр соцаль яҡлауға мөрөжәғәт итеп, бер үк пакет документтары менән биш төрлө социаль ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә. Был проект артабан бөтә республика буйынса ҡулланыла башлаясаҡ.

Эльвира Абдуллина, Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге директоры

Иҫегеҙгә төшәрәбеҙ 1 ғинуарҙан иң түбән хеҙмәт хаҡы буйынса район коэфициенты, кеше башына йәшәү минимумы үҙгәреш кисерҙе. Шулай уҡ  түләүҙәр һәм пособиелар социаль яҡлау министрлығынан пенсия фондына күсерелә.

1 ғинуарҙан күп кенә социаль түләүҙәр пенсия фондына күсерелде. Был категорияла радиацияла зыян күреүселәр, бәлиғ булмаған бала тәрбиәләүсе эшһеҙ әсәйҙәр, ОСАГО буйынса компенсация алған инвалидтар, етем баланы ғаиләгә урынлаштырғандағы түләүҙәр. Был түләүҙәр автоматик рәүештә күсерелә, ә кемдәргәлер яңынан тәғәйенләнгән осраҡта күп функциялы үҙәккә һәм пенсия фондына мөрәжәғәт итергә тура киләсәк.

Ленара Иванова, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры
Фото №1 - Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың матбуғат конференцияһы үтте

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ