Өфө халҡы ҡарлы өмәгә әүҙем ҡушылды

Баш ҡала халҡы бөгөн урамдарҙы  таҙартырға сыҡты. Уларҙы хатта буран да туҡтата алманы. Киреһенсә, һыуыҡ ел кешеләрҙе етеҙерәк эшләргә, көрәктәр менән тиҙерәк һелтәргә этәрҙе. Ҡайһы бер урындарҙа өмәләр байрам төҫөн алды. Күңелле эш барышын БЮТ каналы хәбәрселәре лә күҙәтте.

Етмешкә етеп киләгн Сәлимйән ағайға быйыл эш күп. Ҡар мул булғанлыҡтан үҙенә беркетелгән мәктәп биләмәһен көн төн тиерлек көрәргә мәжбүр. Ләкин бөгөн эш төшкә тиклем үк тамамланды. Уға көтмәгәндә ярҙамсылар килеп етте.

Ярҙамсылар ҙа ябай түгел. Дим районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре бөгөн ҡәләмдәрҙе көрәккә алмаштырҙы. Улар социаль объекттар, мәғариф учреждениелары, йәмәғәт урындары буйлап йөрөп ҡар сығарыуҙа ҡатнаша.

Ҡарлы өмәгә барыһы ла ҡушылды. Коммуналь хеҙмәттәр кеше күп йөрөгән урындарҙы тәртипкә килтерһә, ябай халыҡ үҙ йорто алдында тротуарҙар яһаны. Уҡытыусылар иһә  мәктәп ихатаһын балаларҙы яңы сиреккә ҡабул итеүгә әҙерләй.

Һөҙөмтәлә бөгөн Дим районында ғына 2 мең ярымдан ашыу кеше ҡарлы өмәгә ҡушылды. Күмәк көс менән ике мең метр кубтан ашыу ҡар сығарылған. Ҡыҫҡаһы буранда өшөп торорға форсат булманы. Эштән һуң өмәселәр күмәкләп самауыр сәйе лә эсте. Ә киләһе ҡарлы өмәләрҙе 22 һәм 29 ғинуар уҙғкарыу күҙаллана.

Фото №1 - Өфө халҡы ҡарлы өмәгә әүҙем ҡушылды

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ