Шыршыны эшкәртеүгә. «Йәшел Башҡортостан» йәмәғәт тойошмаһы менән Өфө ҡалаһы хакимиәте бер нисә йыл рәттән махсус экология акцияһы ойоштора. Уның маҡсаты – Яңы йылда биҙәлгән ылыҫлы ағастарҙы халыҡтан йыйыуҙы ойоштороу.
Ағастар контейнерға йыйылғандан һуң эшкәртеүгә оҙатыла. Өфөлә 15 урында ойошторолған пункттар ғинуар аҙағына тиклем эшләй. Баш ҡаланың Дим биҫтәһендәге «Яркий» микрорайонында экологик акция байрамға әйләнде. Ойоштороусылар сараға балаларҙы ла йәлеп итте.







