«Айыҡ ауыл» мәрхәмәтлеккә юл аса

Йылайыр районы Сәләх ауылы республикала иғлан ителгән конкурста ҡатнаша. Уның сиктәрендә, сәләмәт тормош яҡлы сәләхтәр Баймаҡ районы Аҡморон ауылындағы ҡарттар йортонда булды.

Һаулыҡ һаҡлауға, насар ғәҙәттәрҙән арындырыуға һәм сәләмәтлеккә йүнәлтелгән “Айыҡ ауыл” конкурсында сәләхтәр икенсе йыл рәттән ҡатнаша. Иҫке Яңы йыл байрамында улар иғтибарға һәм аралашыуға мохтаж булған ололар менән осрашты. Дәртле йыр-моң, бейеүҙәр ҡарттар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең күңелдәрен күтәрҙе.

Айыҡ ауыл конкурсы ауыл халҡын берләштереүҙә, уларҙың сәләмәтлеген нығытыуҙа, ауылды төҙөкләндерәүҙә  ҙур роль уйнай. Ҡырҡ йорттан торған бәләкәй генә Сәләх ауылы халҡы ла уҙған йылда иманлы кешеләрҙең артыуын теләп, урындағыларҙы рухи сафлыҡҡа өндәп, үҙ көсө менән мәсет төҙөп инеүгә өлгәшә. 

Айыҡ ауыл ярышта ҡатнашыусыларҙы йолаларҙы тергеҙеүгә,үҙенсәлекле саралар уҙғарыуға, мәрхәмәтлеккә лә юл һала. Йылайыр районы Сәләх ауылы халҡы ла социаль приюттарға йөрөүҙе традицияға индерергә ниәтләй.

Фото №1 - «Айыҡ ауыл» мәрхәмәтлеккә юл аса

Әлфиә Хәмитова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ