Күгәрсен районында «Яңы йыл ғаилә уйындары» республика фестиваленең муниципаль этабы үтте

Ярышта мәктәп кимәлендә еңеү яулаған ун ике ғаилә ҡатнашты. Улар «тюбингта шыуыу», «теннис тубын сәкән менән йөрөтөү», «быйма кейеп хоккей уйнау» кеүек этаптарҙа көс һынашты. Саф һауала ойошторолған ҡышҡы уйындарҙы ҡарарға тиҫтәләп кеше йыйылды.

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Яңы Хвалынский ауылынан Ҡунысбаевтар һәм Мораҡтан Кирилловтар уртаҡлашты. Еңеүсе тип Тәүәкәндән Дәүләтбаевтар ғаиләһе билдәләнде. Улар Күгәресен районы данын Башҡортостан кимәлендә яҡлаясаҡ.

Фото №1 - Күгәрсен районында «Яңы йыл ғаилә уйындары» республика фестиваленең муниципаль этабы үтте

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ