Асҡын районында “Тыуғанай FEST” ҡыш фестивале ойошторолған. Ул айыҡлыҡ хәрәкәтенә ҡушылған ауылдарҙың береһе – Солтанбәктә үткән. Ҡышҡы уйындар барышында “Айыҡлыҡ аллеяһы” асылған. "Йәнтөйәк" район-ара гзетаһы баш мөхәррире Наилә Имаева яҙмаһы.
“Солтанбәк ауылында "Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә "Тыуғанай FEST" ҡыш фестивале ҙур ойошҡанлыҡ менән гөрләп уҙҙы. Фестивалдең исеме урындағы тауатамаһына бәйле. Элек-электән Тыуғанай тауы буйында һабантуйҙар һәм башҡа йыйындар үткәргәндәр.Фестиваль сиктәрендә солтанбәктәр "Айыҡлыҡ аллеяһы"н асты. Был урын ауыл халҡын берләштереп, айыҡһәм сәләмәт тормош алып барыу кәрәклеген йәштәргә лә күрһәтеп, өндәп торасаҡ. Артабан ошо "Айыҡлыҡ аллеяһы"нда үҫкән ағастарға ауылда күп бала тәрбиәләүсе Суфияновтар, Садыҡовтар, Фазлыәхмәтовтар, Фәрәховтар, Лотфуллиндар ғаиләләре балалары менән бергәләп береһенән-береһе матурыраҡ итеп эшләп алып килгән тағараҡтарына ем һалып элде.
Береһенән-береһе байыраҡ, матурыраҡ, сағыуыраҡ итеп биҙәлгән саналар парады фестивалдең иң матур өлөшө булғандыр, моғайын. Саналарҙың нисек итеп кенә биҙәлгәндәре юҡ ине: аттар, боландар, Ҡарһылыу санаһы, сәскә гөлләмәһе, ҡар бөртөктәре, хатта Батшабикә каретаһы ла бар ине! Ә уларҙа ҡояш һымаҡ балҡып ултырған бәләкәстәрҙең шатлығын күрһәгеҙ икән?! Уны һөйләп аңлатып та булмай. Артабан саңғысыларҙан, сана һәм тюбинг шыуыусыларҙан, скандинавия аҙымы менән атлап йөрөүселәрҙән һәм спорт менән шөғөлләнеүсе ауылдаштарҙан торған парад, иң алдан Буран ҡаргиҙгесендә барыусы Данис Суфияновҡа эйәреп, урам тултырып фестиваль үтәсәк майҙанға атланы. Бындай парад һабантуйҙарҙа лаһирәк күренеш. Халыҡ шул тиклем ихлас, айыҡ, сәләмәт тормош алып барыуҙарына ҡыуанып, ғорурланып атланы парадта.
"Айыҡ ауыл" республика конкурсының муниципаль этабында бик әүҙем ҡатнашыусы Солтанбәк ауылының исеме районға ғына түгел, республикабыҙға ла яҡшы таныш. Тарих йылы сиктәрендә солтанбәктәр беренсе булып күренекле ауылдаштары, тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе, шәжәрәләр төҙөүгә нигеҙһалыусы Шаһийән Миңлеғәлиевҡа таҡтаташ асты. Нәҡ Шаһийән ағайҙың архив материалдары ярҙамында Солтанбәктәге һәр ғаилә нәҫел ағасын төҙөгән һәм бәләкәй генә балалар ҙа шәжәрәһен матур итеп һөйләп бирә ала. Солтанбәктәрҙең йәшәү рәүешен, эшен күптәргәөлгө итеп ҡуйырға мөмкин, сөнки улар, бер ниндәй ауырлыҡтарға, сикләүҙәргәҡарамай, гөрләп йәшәй”.







