Башҡортостанда коронавирус таралыуға юл ҡуймау маҡсатында индерелгән сикләүҙәр ғәмәлдә ҡала. Фестивалдәр, физкультура һәм спорт сараларын уҙғарыу башҡа ваҡытҡа күсерелә. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
Радий Хәбиров белдереүенсә, бөгөндән хеҙмәт коллективтарында, хакимиәттәрҙә йыйылыштар үткәреү тыйыла. Бөтә кәңәшмәләр онлайн тәртиптә үтә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән тәүлектә Башҡортостанда 241 кешелә коронавирус инфекцияһы раҫланған, 9 кешенең ғүмере өҙөлгән. Әле дауаханала 133 сирле дауалана, уларҙың 72-һе ауыр хәлдә.




