Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров эшсе төркөм ойошторорға ҡушты. “Металл һыныҡтарын рөхсәтһеҙ ҡабул итеүселәр Өфөлә генә 250-нән ашыу булған. Был ҙур мәсьәлә түгел, әммә уны хәл итергә кәрәк”, - тине Башҡортостан Башлығы.
Оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың баш федераль инспекторы Алексей Касьяновҡа хоҡуҡ һаҡлау органдары менән бәйләнеш булдырырға ҡушылды.







