Республика мәктәптәрендә ҡышҡы каникулдан һуң дәрестәр башланды

500 меңдән ашыу  бала оҙайлы ялдан һуң парта артына ултырҙы. Белем усаҡтарында коронавирус инфекцияһы таралыуҙы кисектереү өсөн һаҡланыу саралары ойошторолған.

Бөтә учреждениеларҙа ла балаларҙы ковидҡа ҡаршы инспекторҙар тикшерә, дезинфекция саралары үткәрелә. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров белдереүенсә, мәктәптәрҙә ковид инфекция тарала башлаған осраҡта карантин иғлан итеү күҙаллана. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Мәктәпкә килгән малай-ҡыҙҙарҙы уҡытыусылар етди әҙерлек менән ҡаршылай. Ҡышҡы каникулдан һуң балалар араһында коронавирус инфекцияһы таралыуҙы кисектереү өсөн мотлаҡ талап ителгән һаҡланыу саралары ойошторола. Уҡыусылар санитар ҡағиҙәләргә күнеккән, тикшереүҙәрҙе аңлап ҡабул итеп класстарға  үтә.

Баш ҡала үҙәгендә урынлашҡан 3-cө гимназияла ла ковидҡа ҡаршы инспекторҙар эшләй. Уҡыусыларҙың температураһын үлсәгәс, мәғлүмәтт журналға теркәлә. Балаларҙың сәләмәтлеге буйынса һорау тыуған осраҡта иң беренселәрҙән булып мәктәп шәфҡәт туташы ярҙамға килә.

Балалар парта артына ултырғанға тиклем ике көн алдан бинала дизенфекция үткәрелгән. Кабинеттарҙы һәм башҡа бүлмәләрҙе елләтеү, бер нисә сәғәт һайын таҙартыу мәктәп етәкселеге алдына ҡуйылған төп шарттарҙың береһе булып тора.

Ҡышҡы каникулдан һуң республика мәктәптәрендә парта артына 500 меңдән ашыу бала ултырҙы. Уларға белем биреүҙән тыш учреждениела инфекция таралыуҙы булдырмау маҡсаты ҡуйыла. Хәүефһеҙлек саралары үтәлешен күҙ уңында тотоу өсөн тикшереүҙәр даими ойошторолор тип көтөлә.

Фото №1 - Республика мәктәптәрендә ҡышҡы каникулдан һуң дәрестәр башланды

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ