Журналистарҙың төп бурысы – халыҡҡа дөрөҫ һәм теүәл мәғлүмәт еткереү

Журналистарҙың төп бурысы – халыҡҡа дөрөҫ һәм теүәл мәғлүмәт еткереү

 Был турала республика башлығы бөгөн «Башинформ» агентлығы коллективы менән осрашыуҙа белдерҙе. Радий Хәбиров журналистарҙың эш шарттары менән танышты, киләсәк пландары менән ҡыҙыҡһынды. Осрашыу барышында хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары ла тапшырылды. Йылы һәм дуҫтарса шарттарҙа уҙған саранан БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы

«Ньюсрум» тип аталған бүлмәне яңылыҡтар үҙәге тип атарға мөмкин. Бында мәғлүмәттәр республиканың барлыҡ-ҡара райондарынан туплана. «Башинформ» таҫмаһында донъя күргән хәбәрҙәр артабан гәзит-журналдарға, социаль селтәрҙәргә тарала.

2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса «Башинформ» иң йыш телгә алынған һәм ҡулланылған мәғлүмәт сараһы тип танылған. Ләйлә Аралбаева бында 10 йылға яҡын эшләй, коллектив ҙур түгел, әммә татыу. Шуға эш күп булһа ла, көсөргәнешлек һиҙелмәй, ти ул. Һәр журналистың тәғәйен өлкәһе, йүнәлеше бар.

«Башинформ» агентлығында мәғлүмәттәр туплау тәүлек әйләнәһенә тиерлек бара. Дежур журналистарҙың бер тәүлектә генә таҫмаға 30-40 яңылыҡ сығарған ваҡыты ла була. Үткән йылда агентлыҡ киң мәғлүмәт сараларның берҙәм панеленә лә күскән, сайттың дизайны яңыртылған.

Осрашыуҙа Радий Хәбиров билдәләнеүенсә, бөгөн журналистарға киҫкен конкурентлыҡ шарттарында эшләргә тура килә, киң мәғлүмәт саралары социаль селтәрҙәр менән ярыша. Әммә һеҙҙең төп бурыс булып халыҡҡа дөрөҫ һәм теүәл мәғлүмәт еткереү тора, тине республика башлығы.

Осрашыу барышында хеҙмәт алдынғылары ла билдәләп үтелде. Тиҫтәнән ашыу кешегә дәүләт наградалары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында исемдәре бар республикаға билдәле журналистар бар. Мәҫәлән, Алик Шакировтың был өлкәлә эшләүенә ярты быуаттан ашыу, уның 25 йылын «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына бағышлаған. Республика башлығының эшмәкәрлеген, сәйәси темаларҙы яҡтыртҡан Азат Ғиззәтуллиндың исеме лә барыбыҙға ла яҡшы таныш.

Әлбиттә, проблемалар ҙа юҡ түгел, 2000 йылдар башынан ремонтланмаған залға реконструкция уҙғарыу, агентлыҡ эшмәкәрлеген заман шарттарына яраҡлаштырыу бурысы тора. Быйыл махсус проекттарҙы һәм контенттың яңы форматын үҙләштереү ҡаралған. Редакция ҡыҫҡа видеороликтар төшөрөү менән шөғөлләнгән төркөм ойошторорға ниәтләй. Бының өсөн өҫтәмә ресурстар талап ителә. Республика башлығы мәғлүмәт агентлығын артабан үҫтереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләү бурысын ҡуйҙы.

Фото №1 - Журналистарҙың төп бурысы – халыҡҡа дөрөҫ һәм теүәл мәғлүмәт еткереү

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ