Кушнаренко районында социаль объекттар төҙөү тормошҡа уңышлы ашырыла

Һуңғы йылдарҙа ғына алты мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы төҙөлгән. «Әкиәт» тип аталғаны районда иң ҙуры буласаҡ. Мәғариф стандарттарына тап килтереп төҙөлгән балалар баҡсаһының уңайлыҡтарын һәм хәүефһеҙлеген БЮТ каналының ижади төркөмө лә күҙәтте. Был хаҡта ентекләберәк хәбәрсе Гүзәл Борханова.

«Әкиәт» балалар баҡсаһында балалар хәүефһеҙлеге һәм уңайлығы өсөн бөтә шарттар ҡаралған. Бүлмәләр иркен, яҡты һәм йылы. Тәҙрәләр махсус йоҙаҡтар менән бикләнә. Йылытыу торбалары йылыны тигеҙ үткәреүсе материал менән уратылған.

Әлеге ваҡытта электр тәьминәтен булдырыусылар аш бүлмәһенә һуңғы ҡорамалдарҙы урынлаштырыу менән мәшғүл. Төҙөлөш һәм эске биҙәү эштәрен башҡарған төҙөүселәрҙең эшен райондың мәғариф бүлеге етәксеһе лә юғары баһалай һәм төҙөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре булараҡ тәжрибә уртаҡлашырға мөмкин, тигән фекерҙә.

Балалар баҡсаһы 10 төркөмгә иҫәпләнгән, бөтәһе 220 бала йөрөйәсәк. Бинаның дөйөм майҙаны 4 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. Төҙөлөш объектының хаҡы – 23 миллион һумдан ашыу.

Балалар баҡсаһында хәүефһеҙлек беренсе урында. Бина 11 видеокамера ярҙамында күҙәтелә, ә хеҙмәткәрҙәр вахтанан үтеү өсөн махсус браслет менән тәьмин ителәсәк. Резина япмалы уйын майҙансыҡтары балаларға бында йөрөүҙе һәм спорт менән шөғөлләнеүҙе хәүефһеҙ итә.

Подрядсы ойошма хаҡтар күтәрелгәнсе төп төҙөлөш матералдарын һәм ҡорамалдарҙы алып өлгөргәйне. Проект буйынса ҡайһы бер үҙгәрештәргә өҫтәп аҡса бүленде. Беҙ проекттағы үҙгәртеп ҡороуҙы тамамлау алдындабыҙ.

Альберт Саҙретдинов, Башҡортостандың капиталь төҙөлөш буйынса идаралығының етештереү бүлеге мөдире

Заманса балалар баҡсаһына әлеге ваҡытта рәсми документтар тултырыла. Тейешле күҙәтеү органдары тикшергәндән һуң, ул файҙаланыуға тапшырыла һәм 180 кешелек сират юҡҡа сығыр тип күҙаллана. Балалар баҡсаһы асылыуын балалар ҙа, уларҙың ата-әсәләре лә түҙемһеҙләнеп көтә.

Подрядсы ойошма «Әкиәт» балалар баҡсаһын ысын мәғәнәһендә мөғжизәле әкиәт утрауына әүерелдергән. 220 урынлыҡ балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылыу менән, Кушнаренко ауылында мәктәпкәсә учреждениеға сират бөтәсәк тип күҙаллана.

Фото №1 - Кушнаренко районында социаль объекттар төҙөү тормошҡа уңышлы ашырыла

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ