Өфө етештерелгән тауар күләме буйынса миллионлы ҡалалар араһында икенсе урынға сыҡҡан, шул уҡ ваҡытта баш ҡалала торлаҡ төҙөлөшө кәмей

Бөгөн баш ҡала хакимиәте башлығы ҡала советы депутаттарын Өфөнөң 2017 йылдағы социаль-иҡтисади үҫеш күрһәткестәре менән таныштырҙы. Телмәр йәшәйештең барлыҡ өлкәләренә лә ҡағылды. Төп финанс документҡа килгәндә, ул һәр ваҡыттағыса социаль йүнәлешен һаҡлап ҡалған. Ҡала бюджетының 40 проценты мәғариф тармағына йүнәлтелгән. Шул уҡ ваҡытта ҡаҙнаға килем 24 миллиард һумға артҡан.

Фото №1 - Өфө етештерелгән тауар күләме буйынса миллионлы ҡалалар араһында икенсе урынға сыҡҡан, шул уҡ ваҡытта баш ҡалала торлаҡ төҙөлөшө кәмей

Ирек Ялалов, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы: «За 17-ый год мы к своему бюджету добавили плюс 5 миллиардов рублей при поддержке нашего правительства и лично главы республики и мы надеемся в дальнейшем на такое профессиональное взаимодействие с правительством. То что городской бюджет будет постепенно увеличиваться».

Авторы: Рафиҡ Әхмәтшин

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ