Мәктәп уҡыусыларына һанлы инкубатор

Башҡорт дәүләт университетында балаларҙы һанлы грамоталыҡҡа өйрәткән проект быйыл икенсегә тормошҡа ашырыла. Урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында ғына уҡытылған фәндәрҙе мәктәп йәшендәгеләр ҙә үҙләштерә. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Алтынсы синыф уҡыусылары картография фәнен үҙләштерә. Мәктәп йәшендәгеләргә был өлкәне өйрәнеү һис тә артыҡ булмаҫ, ти университет уҡытыусылары. Ул географияға өҫтәмә дәрес кенә булып тора. Бүленгән 8 аҙналыҡ программала уҡыусылар карта төҙөргә, һыу ятҡылыҡтары, тау тоҡомдарын билдәләргә өйрәнә.

Картографиянан тыш, мәктәп уҡыусылары башҡа теүәл фәндәрҙән дә белем ала. Математиканан, мәҫәлән, балалар мәсьәләләрҙе йылдар дауамында иҫбатланған ҡағиҙәләрҙән сығып, фекерләү аша сисә. Башҡорт дәүләт университетында икенсе йыл тормошҡа ашырылған проект балаларҙың һәләтен үҫтереүгә ҡоролған. Ул мәктәп программаһынан күпкә айырыла.

Һуңғы йылдарҙа йәмғиәт һанлаштырыу кисергән осорҙа балаларҙы уҡыу-уҡытыу ҙа яңы кимәлгә күсә. Мәктәп программаһынан тыш, өҫтәмә белем биреүгә лә иғтибар арта. Юғары уҡыу йортонда ойошторолған проект быға асыҡ миҫал булып тора. Әйткәндәй, бындай төр сара илдә тик Башҡортостанда ғына алып барыла.

Фото №1 - Мәктәп уҡыусыларына һанлы инкубатор

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ