Башҡортостан һәм Татарстан Болғар ханлығы ислам динен ҡабул итеүҙең 1 мең 100 йыллығын билдәләй

Бөгөн Республика Хөкүмәтендә вице-премьер Азат Бадранов Татарстан вице-премьеры Вәсил Шахразиев менән осрашты. Азат Бадранов фекеренсә, был тарихи ваҡиға тотош Евразия киңлегендә кешелек үҫеше өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған. Ислам динен ҡабул итеү һәм таратыуҙа фиҙәҡәрлек күрһәткән башҡорт халҡы ла байрамдан ситтә ҡалмай. Вәсил Шахразиев әйтеүенсә, Болғар ханлығы ислам динен ҡабул итеүҙең 1 мең 100 йыллығын Башҡортостан менән бергә уҙғарыу дөрөҫ һәм урынлы.

Башҡортостан һәм Татарстан Болғар ханлығы ислам динен ҡабул итеүҙең 1 мең 100 йыллығын билдәләй

Вәсил Шахразиев Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары менән дә осрашты. Йылы һәм эшлекле шарттарҙа уҙған сарала Татарстанда башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәген асыу мөмкинлектәре ҡаралды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов һөйләй.

Башҡортостан һәм Татарстан Болғар ханлығы ислам динен ҡабул итеүҙең 1 мең 100 йыллығын билдәләй
Фото №1 - Башҡортостан һәм Татарстан Болғар ханлығы ислам динен ҡабул итеүҙең 1 мең 100 йыллығын билдәләй
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ