Радий Хәбиров христиандар байрамында хәүефһеҙлек тәьмин итергә ҡушты

19 ғинуарға ҡарай төндә христиан динен тотоусылар  һалҡын һыуға сума.  Башҡортостанда был йоланы үтәүселәр өсөн йөҙгә яҡын мәке әҙерләнгән. Республика башлығы Радий Хәбиров йола башҡарыу урындарында хәүефһеҙлек сараларын көсәйтергә ҡушты.

Радий Хәбиров христиандар байрамында хәүефһеҙлек тәьмин итергә ҡушты

 Һәр мәке янында табиптар, ҡотҡарыусылар бригадалары эшләйәсәк. Сисенеп-кейенеү һәм сәй эсеү өсөн йылы сатырҙар ҡуйыла, ти Өфө епархияһының матбуғат секретары Евгений Шерышев.

Радий Хәбиров христиандар байрамында хәүефһеҙлек тәьмин итергә ҡушты

Хәүефһеҙлек маҡсатында мәкеләр ярға яҡын уйыла. Һыуҙың тәрәнлеге 1 метр ярымдан артмаҫҡа тейеш.

Фото №1 - Радий  Хәбиров  христиандар байрамында  хәүефһеҙлек тәьмин итергә  ҡушты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ