Мөрәжәғәттәр һаны ике тапҡырға артҡан. Әле тәү сиратта юлдар һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре борсой. Шулай уҡ биләмәләрҙе төҙөкләндереү, социаль хеҙмәттәр һәм халыҡты яҡлау буйынса хәбәрҙәр бар. Бер аҙна эсендә Республика менән идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре ҡала, район, министрлыҡ һәм ведомстволар менән бергә 3 меңдән ашыу мөрәжәғәткә яуап биргән.







