Республикала юғары уҡыу йорттары өсөн грант булдырыла

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенә ингән уҡыу йорттарына 200 миллион һум бүленә. Исемлектә Башҡорт дәүләт университеты, Өфө  авиация- техник университеты, шулай уҡ нефть  университеты күрһәтелгән. Бынан тыш, йыл һайын 200 ғалим һәм аспирант сит илдә йәки Рәсәйҙең иң яҡшы фәнни ойошмаларында стажировка үтә ала. 200 ғилми хеҙмәткәргә йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн ярҙам күрһәтелә. “Грант фән өлкәһен һайлаусыларҙы арттырыр”, - тигән фекерҙә Башҡорт дәүләт университетының Физика-техника институты директоры, физика-математика фәндәре докторы Илдус Шәрәфуллин.

Республикала юғары уҡыу йорттары өсөн грант булдырыла
Фото №1 - Республикала юғары уҡыу йорттары өсөн грант булдырыла
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ