Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында «Ҡаҙағстан: яңы реалийҙар һәм үҫеш проблемалары» тип исемләнгән түңәрәк өҫтәл үтте.
Осрашыуҙа ғинуар башында туғандаш республиканы ялмап алған протест акциялары буйынса фекер алышыу ойошторолдо. Уларҙың социаль, сәйәси, иҡтисади һәм этноконфессиональ сәбәптәре билдәләнде.
Конференцияла Юғары уҡыу йорто белгестәренән тыш, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Татарстан ғалимдары ла ҡатнашты. Шулай уҡ Башҡортостанда белем алған сит ил студенттары ла һуңғы ваҡиғаларға үҙ ҡарашын белдерҙе.
Гөлназ Хәйбуллина




