«Бөтәһе лә йүнәлә» проекты бөтәһен дә йүнәлтә

Бөтәһе лә йүнәлә. Ошондай исем аҫтында Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһы сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сиклеләргә дауалау курстары үткәрә. Ул Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Космостағы һымаҡ, тип шаярта Рәүзиә Иҙрисова. Өсөнсө төркөм инвалиды ковид арҡаһындағы пандемия ваҡытында шифаханаларға йөрөй алмаған. Йоғошло сирҙән һуң организмды кислород менән тәьмин итеүсе ҡоролмалағы процедура бигерәк тә файҙалы.  

Дауалау Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһы йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе тарафынан ойошторолған. Республикала йәшәүселәргә реабилитация курстары уҙғарыу үҙәк  тарафынан былтыр 3 декабрҙә башланған. «Бөтәһе лә йүнәлә» проекты буйынса улар республиканың гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан башлығы грантын отҡан. Был маҡсатта 2 миллион 162 мең һум аҡса бүленгән.

Ҡоролмалар Өфө районындағы шифахананан ҡуртымға алынған. Массаж, парафин терапияһы, физиотерапия бүлмәләре, барокамера һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәтелә. Ҡуҙғыған нервыларҙы тынысландырыу өсөн махсус күҙлек тәҡдим ителә. Бер нисә минут дауамында пациент  йәшел төҫ  күрә һәм талғын көй тыңлай.

Күберәк хәрәкәт ағзаларында тайпылыш йә ковид менән ауырығандан һуң киләләр. Өс көн дауамында беҙ дауалауҙың тәьҫирен ҡарап тәғәйен процедураларҙы үҙгәртә лә алабыҙ.

Екатерина Брыкина, реабилитация буйынса белгес

Ойошма төбәктәге филиалдар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Дауалау курстарын һәр  район инвалидтары бер ваҡытта үтә. Мәҫәлән быға тиклем Ауырғазы,Әлшәй һәм башҡа райондарҙан килгәндәр. Үҙәктә бушлай  дауаланыу өсөн Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһының төбәк бүлексәһенә ғариза яҙырға кәрәк. 

Фото №1 - «Бөтәһе лә йүнәлә» проекты бөтәһен дә йүнәлтә

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ