Өфөлә бетон ҡоролмалар етештереүсе завод хеҙмәткәрҙәре күпләп эштән киткән

Бетон конструкцияларҙың йомшаҡ яҡтары. Баш ҡалала каркас йорттар өсөн бетон ҡоролмалар етештереүсе завод хеҙмәткәрҙәре күпләп эштән китә башлаған. Быны улар етәкселектең мәжбүр итеүе тип аңлата. Йәнәһе лә, эш юҡ һәм предприятие директоры яңы хеҙмәт урыны эҙләргә ҡушҡан. Был турала завод эшселәре илдең тәфтиш комитеты етәксеһе Александр Бастрыкинға видеомөрәжәғәтнәмәһендә белдерҙе.

Ролик республика прокуратураһын да ҡыҙыҡһындырҙы. Бөгөн Өфөнөң Орджоникидзе районы прокурорҙарҙы эштән бушатыуҙарҙың законлығын тикшерҙе.

Торлаҡ төҙөлөшөндә иң кәрәкле ҡорамалдар. Йорттар һалыу эше көндән-көн әүҙемләшкән осорҙа был продукцияға ихтыяждың кәмеүе аптыратырлыҡ. Хәйер, цехтарҙың да бер ай элек кенә гөрләп эшләп тороуын  күҙ алдына килтерерлек түгел. Заводта 16 йыл эшләүсе Марина Гриценкова ғына был биналарҙың ташландыҡ түгел икәнлеген иҫбатлай. Хеҙмәткәр предприятие етештергән һуңғы ҡорамалдарҙы һатып алыусыларға тарата.

Цехтарҙа эш үткән йыл аҙағында туҡтаған. Шул ваҡыттан алып хеҙмәт хаҡы менән дә тотҡарлыҡтар барлыҡҡа килгән. Завод етәкселеге яңы эш урыны эҙләй башларға ла ишара яһаған.

Әммә бер кем дә эштән китергә мәжбүр итмәгән. Халыҡ үҙе компенсация алырға теләп ҡыҫҡартылыу юлы менән китергә хәл иткән. Тап шуның өсөн дә күмәкләп ғариза яҙған да инде. Йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында видеомөрәжәғәт тә яҙҙырып интернетҡа һалған.

Ролик авторы әле эш урынында, ә бына башҡалар, ысынлап та, ғариза яҙған. 250 тирәһе хеҙмәткәрҙең 192-һе эштән киткән. Тап ошо күренеш прокуратураның иғтибарын йәлеп итә лә инде. Орджоникидзе районы прокуратураһы предприятиела тикшереү башланы.

Тик бына завод етәкселеге генә ҡасып ҡалыуҙы хуп күрҙе. Әйткәндәй,  һуңғы йылда ғына предприятиела өсөнсө директор. Прокурорҙарға иһә был бер нисек тә ҡамасауламай. Улар хеҙмәт хаҡы буйынса бурысты өлөшләтә булһа ла ҡайтарыуға иреште.

Тик бына заводтың киләсәгенә прокурорҙар бер нисек тә йоғонто яһай алмай. Предприятиеның артабан эшләү-эшләмәүе йәшенеп ҡалған етәкселәрҙең теләге, ныҡышмалығы һәм заказдарға бәйле.

Фото №1 - Өфөлә бетон ҡоролмалар етештереүсе завод хеҙмәткәрҙәре күпләп эштән киткән

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ