Донъя кимәлендәге Евразия ғилми-мәғариф үҙәгендә ҡатнашыусы Башҡортостан вуздары дөйөм 200 миллион һумлыҡ грант аласаҡ. Төбәк башлығы Радий Хәбиров юғары белем биреү ойошмаларына республика ҡаҙнаһынан дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Был исемлеккә Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты базаһында ойоштороласаҡ берләшкән юғары уҡыу йорто, шулай уҡ Өфө дәүләт нефть техник университеты индерелде.
Финанстар вуздарҙың үҫеш программаларын тормошҡа ашырыуға, шул иҫәптән ғилми тикшеренеүҙәр алып барыу, инфраструктура булдырыуға йүнәлтеләсәк. Гранттарҙы бүлеү тәртибе 10 февралгә тиклем ҡабул ителәсәк.
Гөлназ Хәйбуллина




