Салауат районында йәшәгән ҡатындың мәрхүм булған ире исеменә ике йыл дауамында коммуналь хеҙмәттәрҙән квитанциялар килә.
Сүп сығарған өсөн дә ай һайын квитанция килтерәләр. Хаҡлы ялдағы ханым был кввитанциялар буйынса түләүҙәр башҡармаған, шуға күрә лә хеҙмәттәр өсөн ҙур бурыс йыйылған. Мәсьәләгә асыҡлыҡ индереүҙәрен үтенеп, ҡатын ауыл советына, төбәк операторына мөрәжәғәт иткән. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Олия Йәнгирова 56 йыл татыу ғүмер иткән тормош юлдашын ике йыл элек мәңгелеккә юғалта. Әммә ике йыл эсендә уға яҡыны тураһында фотоһүрәттәрҙән тыш, мәрхүм иренең исеменә даими ебәрелгән коммуналь түләүҙәр квитанциялары ла хәтергә төшөрөп тора.
Йәнгировтарҙың ауылда ике йорто бар. Уларҙың береһендә ҡатын бөтөнләй йәшәмәй. Әммә квитанциялар әле һаман ике кеше исеменә ебәрелә. Шул иҫәптән сүп сығарған өсөн дә түләүҙәр үлгән тормош иптәше исеменә ебәрелә.
Хаҡлы ялдағы ханымдың йортонда улы, ейәне теркәлгән. Әммә улар бында йәшәмәй. Шуға ҡарамаҫтан, бөтәһе өсөн дә түләргә тура килә. Ханым тик теге донъяға киткәндәр өсөн түләргә тейешменме икән , тип ризаһыҙлыҡ белдерә. Үҙенең тормош иптәше күптән инде бындай хеҙмәттәр менән ҡулланмай тигән ғариза менән ауыл советына мөрөжәғәт итә. Унда ханыма ғаиләнең фактик составы хаҡында белешмә биреп, төбәк операторына йүнәлтәләр.
Төбәк операторы үҙ сиратында, квитанциялар буйынса түләүҙәрҙе яңынан ҡарап сығып иҫәпләргә вәғәҙәләйҙәр. Әммә сүп сығарған өсөн түләүҙәрҙе, был адрес буйынса йәшәмәгән осраҡта ла тулыһынса алып ташлап булмай. Йортта бер кем дә рәсми теркәлмәгән осраҡта, хеҙмәттәр өсөн түләүҙәргә милек хужаһы яуаплы.
Төбәк операторының мәғлүмәти базаһы автоматик рәүештә яңыртылмай. Шуға күрә хаҡлы ялдағы ханым касса-иҫәпләү үҙәгенә шәхсән милек хаҡында белешмәләрен алып барып, ғариза яҙырға тейеш.
Гүзәл Борханова




