Үткән ял көндәрендә Баймаҡ ҡалаһының Салауат Юлаев ял һәм мәҙәниәт паркы гөрләп торҙо. Бында командалар үҙ көстәрен хоккейҙа һынаны. Спорт сараһы район хакимиәт башлығы кубогына ойошторолдо.
Сатлама һыуыҡ һәм ҡар спортсыларға боҙға сығырға ҡамасауламаны. Яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеп, төп бүләкте отоу ир-егеттәр командалары өсөн төп маҡсат булды. Боҙ майҙанына һәр кем ныҡлы әҙерлек менән сыҡты.
Баймаҡ районы хакимиәте башлығы кубогына үткән турнирҙа Иҫке Сибай, Ниғәмәт, Беренсе Төркмән һәм район хакимиәтенең йыйылма командаһы ҡатнашты. Улар үҙҙәрен йылдамлыҡта һәм оҫталыҡта һынаны. Һәр ярыш- ул команданы эштә һынау, еңеүгә ынтылыш тәрбиәләү.
Төп призды Атайсал командаһы яуланы. Иҫке сибай ауылы хоккейсылары етегә биш иҫәбе менән район хакимиәте командаһын еңде. Әйтергә кәрәк, район башлығы Фәнис Әминев турнирҙан ситтә ҡалманы.
Ҡалала хоккей буйынса бындай турнир тәүге тапҡыр уҙғарылды. Һәм ул – ыңғай тәжрибә. Ойоштороусылар белдереүенсә, башҡа спорт төрҙәре буйынса ла район башлығы бүләгенә ярыштар үткәреү ҡаралған.
Әлфиә Хәмитова




