Мөхәббәт боҙҙо иретә

«Юлдаш Plus» йәштәр радиоһы алып барыусылары Ғашиҡтар көнөн тыңлаусылары менән бергә һырғалаҡта үткәрҙе. Сара сиктәрендә төрлө конкурстар уҙғарылды, еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ «Ватан» этнопаркы биләмәһендә егет-ҡыҙҙар өсөн «Танышыу кисәһе» ойо

Мөхәббәт артынан һырғалаҡҡа. Бөгөн «Юлдаш +» радиоһы хеҙмәткәрҙәре яңғыҙҙарҙы бәхетле итте. Ғашиҡтар көнөндә улар төрлө конкурстар ойоштороп, егет-ҡыҙҙарҙы бер-береһе менән таныштырҙы, хатта, ҡауыштырҙы тиһәк тә була. Икегә бүленгән ҡағыҙ йөрәктәр тап килә икән, тимәк, байрам һуңына тиклем бергә ярыштарҙа ҡатнашыу мотлаҡ. Әлмира Кашапова менән Алмаз Ҡарағолов быға тиклем үҙ-ара таныш булмаған. Шулай ҙа уйын аша дуҫлыҡҡа юл ярылды,-ти йәштәр.

Мөхәббәт боҙҙо иретә ала тигән ҡарашта «Юлдаш плюс» радиоһы алып барыусылары. Икенсе йыл рәттән улар Ғашиҡтар көнөн тыңлаусылары менән бергә һырғалаҡта ҡаршылай.

Өфөнән Тимур Ямалов та үҙен бәхетле тип иҫәпләй. Конькиҙа осоп тигәндәй шыуҙы ул. Ысынлап та, мөхәббәт ҡанатландыра, яңы еңеүҙәргә әйҙәй.

«Юлдаш плюс» радиоһы алып барыусылары һырғалаҡта яратҡан тыңлаусылары өсөн бик күп сюрприздар ҙа әҙерләгәйне. Әйтәйек, сараның иң әүҙем һәм етеҙ ҡатнашыусыһы асыҡланды. Бөрйән егетенә ҙур йомшаҡ уйынсыҡ эләкте. Тимәк, һөйгән йәренә бүләк эҙләп йөрөйһе түгел, бүләге - ҡулында.

Көн һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, һырғалаҡҡа йәштәр күп йыйылды. Уларҙы үҙҙәренең йыр күстәнәстәре менән талантлы йәш йырсылар һөйөндөрҙө. Композицияларҙың барыһы ла мөхәббәт тураһында ине. Тормошон сәхнә менән бәйләүселәр араһында ла һөйгән йәрен эҙләүселәр бар.

Ғашиҡтар көнөндә Өфөлә үҙ парын эҙләүселәр «Ватан» этнопаркы биләмәһендә урынлашҡан «Асыҡ китапханала» ға ла йыйылды. Танышыу сараһы яңғыҙҙарҙы берләштереп, күптәрҙе бәхетле итте.

Һәр егет-ҡыҙға танышыу өсөн бишәр минут ваҡыт бирелде, әгәр әңгәмә барышында ҡаршыңдағы кешене оҡшатып, тәүге тойғолар уртаҡ икән, тимәк, киләсәктә аралашыуҙы дауам итеү мөмкинлеге лә бар.

Әлегә осрашып-танышыу форматындағы саралар башлыса антикафеларҙа ойошторола. Уларҙа йәштәр төрлө уйындарҙа ҡатнашыуҙан тыш, сәй артында үҙ-ара аралаша. Яңы дуҫтар таба.