Республика менән идара итеү үҙәгенән белдереүҙәренсә, халыҡты юлды ҡарҙан таҙартыу, төҙөкләндереү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре күберәк ҡыҙыҡһындыра. Электромобиль өсөн инфраструктура булдырыу үтенесе менән дә мөрәжәғәт итәләр. Республика менән идара итеү үҙәге белгесе Урал Рисов әйтеүенсә, быйыл зарядлау станциялары һаны 26-ға еткерелә.







