Башҡортостанда етемдәргә торлаҡ проблемаһын хәл итеү өсөн махсус төркөм булдырыла

Ведомство-ара орган составына хөкүмәт һәм профилле ведомстволар вәкилдәре инә. Эшсе төркөмдөң төп маҡсаты  етемдәрҙе фатир менән тәьмин итеү проблемаһын бөтөрөү. Башҡортостанда фатир алыуға сиратта 4 мең ярым етем тора. Йыл һайын сират ҙурая  бара. Уҙған йылда етемдәргә 700 фатир бирелгән. Быйыл льготаға хоҡуҡлыларға фатир алыу өсөн  2 миллиард 600 миллион һум ҡаралған. 2 мең 800 кешене фатирлы итеү маҡсаты ҡуйылған.

Фото №1 - Башҡортостанда етемдәргә торлаҡ проблемаһын хәл итеү өсөн махсус төркөм булдырыла
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ