Халыҡ батырҙары онотолмай, уларҙың исеме беҙҙең йөрәктә

Утта янмай, һыуҙа батмай, һай, батыр ҙа ир икән. Бөгөн Асҡын районы Иҫке Ҡаҙансы ауылында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарын иҫкә алдылар. Хәтер һәм батырлыҡ сараһында тарихсылар һәм китапханасылар сығыш яһаны. “Минең атайым да данлыҡлы дивизияла хеҙмәт итә”, - ти ветеран уҡытыусы Мәмдүнә Зарипова.

"Ҡаһарман атай-олатайҙарыбыҙ тураһында балаларға ла һөйләйбеҙ", - ти Иҫке Ҡаҙансы ауыл китапханасыһы Гөлфинә Исламова.

“Геройҙарыбыҙҙы онотмайбыҙ, улар тураһындағы тарихты быуындан-быуынға тапшырабыҙ”, - ти йырсы, Нефтекама филармонияһы солисы Сулпан Ғәфүрйәнова. 

Халыҡ батырҙары онотолмай, уларҙың исеме беҙҙең йөрәктә
Фото №1 - Халыҡ батырҙары онотолмай, уларҙың исеме беҙҙең йөрәктә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ