Февраль уртаһына сафҡа индерергә. Туймазы ҡалаһында клиника диагностикалау инфекция дауаханаһын төҙөүселәргә шундай бурыс ҡуйылған. Объектҡа нигеҙ 11 декабрҙә һалынғайны. Көньяҡ-көнсығыш төбәктәр өсөн ковид-госпиталь Сибайҙа төҙөлә. Эштәр барышын БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин күҙәтте.
Силәбенән Туймазыға вахта буйынса эшкә килгән Сидор Пантелеев тимер конструкцияларҙы ҡора. Буласаҡ дауахананың һөлдәһе әҙер. Төҙөүселәр урыны менән сендвич панелдәрҙе лә нығыта башлаған. Дауаханала Шаран, Баҡалы, Туймазы райондарынан тыш, Туймазы һәм Октябрьский ҡалаларынан сирлеләр ҡабул ителәсәк.
11 декабрҙән бирле объектта эштәр тәүлек әйләнәһенә тынмай. Туймазы клиника-диагностикалау инфекция дауаханаһы билдәләнгән мәҙҙәткә әҙер булырға тейеш тип билдәләй төҙөлөш ойошмаһы вәкилдәре. Ҡола яланда күтәрелгән объект Өфө һәм Стәрлетамаҡтағы ковид госпиталдәрҙең проекты нигеҙендә һалына. Ул да ҡурай сәскәһен хәтерләтә.
Коронавирус пандемияһына тиклем Туймазы үҙәк район дауаханаһының был корпусында неврология һәм травматология бүлектәре урынлашҡан. 2020 йылда ул республикала тәүгеләрҙән булып ковид госпиталь итеп үҙгәртелә. Әле унда 50 гә яҡын пациент дауалана.Февралдә яңы инфекция дауахаһы сафҡа инеү менән стационар ҡайтанан профилле йүнәлеш буйынса эш башларға тейеш.
Туймазылағы ковид госпиталь Башҡортостандың көнбайыш төбәктәрен хеҙмәтләндерһә, көнсығыш райондар өсөн клиника-диагностикалау инфекция дауаханаһы Сибайҙа төҙөлә. Әле унда бетон эштәре тамамлана, тимер конструкцияларҙы ҡороу башланып тора тип билдәләй подрядсы ойошма вәкилдәре. Объектҡа әлегә 40 берәмек техника һәм 120 хеҙмәткәр эшләй.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә Туймазы һәм Сибай ҡалалары ндағы ковид госпиталдәр төҙөлөшөн тиҙләтергә ҡушты. Бишенсе тулҡын пандемия шарттарында заманса дауахана мөмкинлектәренә ихтияж артыуы ихтимал.
Туймазы һәм Сибай ҡалаларындағы дауаханалар заман талаптары буйынса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыла. Компьютер тамографы, ренгент аппараттар кислород концентраторҙары ҡуйыу ҡарала. Эпидемия үткәндән һуң, дауахананы ғәҙәти медицина ойошмаһы тәртибендә файҙаланыу планлаштырылған.
Рафиҡ Әхмәтшин




