Судта «Килстройинвест» йәмғиәте етәкселеге мутлашып йөҙәрләгән кешене торлаҡһыҙ ҡалдырғаны иҫбатланды. Фатир һатып алыусыларҙы өлөшләтә төҙөлөшкә йәлеп итеп торлаҡһыҙ ҡалдырыуҙа ғәйепләнеүсе Дмитрий Комлев – 10, Иван Арапов һәм Павел Рыцев – 6 йылға иркенән мәхрүм ителде. Язаға тарттырыусылар суд залында уҡ ҡулға алынды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Миловка паркы» торлаҡ комплексы етәкселәре 2 миллиард һумдан ашыу аҡсаны үҙләштереүҙә ғәйепләнде. Тикшереүгә ярашлы, «Килстройинвест» йәмғиәте етәкселәре өлөшләтә төҙөлөш килешеүҙәренән алынған сараларҙы ҡулаҡсаға әйләндергән. «Миловка паркы» – проблемалы объект, комплекс төҙөлөшөнә аҡса индереп төбәктә мең ярым кеше алданған.
Алданған өлөшсөләр проблемаһы республикала иң ҡатмарлы һәм резонанслы эштәрҙең береһе. Уҙған йылдың мартында Радий Хәбиров төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашҡан граждандарҙың хоҡуғын яҡлау фонды етәксеһе Константин Тимофеев ҡатнашлығында үткән кәңәшәмәлә намыҫһыҙ төҙөүселәрҙе енәйәт яуаплылғына тартырыу бурысын ҡуйғайны, ә алданған өлөшсөләр проблемаһы 2023 йыл аҙағына тиклем тулыһынса хәл ителергә тейеш.
Флорида Ким




