Башҡортостанда омикрон штамынан һаҡланыу сараларына иғтибар көсәйтелә

Өфө сауҙа нөктәләрендә һәм йәмәғәт транспортында рейдтар үтте. «Халыҡ контроле» федераль проекты ағзалары битлек кеймәүсе граждандарға һәм кибет хеҙмәткәрҙәренә  иҫкәртеү яһаны, әңгәмәләр алып барҙы. Омикрон янаған хәүеф тураһында мәғлүмәт еткерҙе.

«Халыҡ контроле» федераль проектының төбәк координаторы Гөлнур Ҡолһарина билдәләүенсә, проифилактик рейдтар республика райондарында ла ойоштороласаҡ. Рәсми мәғлүмәткә ярашлы, Башҡортостанда коронавирустың омикрон штамы һигеҙ кешелә асыҡланған. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡарары буйынса сирҙең таралыуына юл ҡуймау өсөн хәүефһеҙлек саралары көсәйтелә.

Фото №1 - Башҡортостанда омикрон штамынан һаҡланыу сараларына иғтибар көсәйтелә

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ