Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһындағы сауҙа әйләнеше 365 миллион долларға еткән

Был турала Өфөнөң «Торатау» конгрес холында уҙған ултырышта белдерелде. Ике яҡ араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса эш төркөмөнөң осрашыуы бөгөн тәүге тапҡыр уҙҙы. Коронавирус шарттарын иҫәпкә алып, сара был юлы онлайн форматта ойошторолдо.

Республика башлығы билдәләүенсә, былтыр сауҙа күрһәткестәре пандемияға тиклем осорға ҡарағанда ла артҡан. Сағыштырыу өсөн, 2020 йылда Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһындағы тауар әйләнеше 296 миллион доллар булған. Әлеге ваҡытта яҡтар араһында ике күләмле проект тормошҡа ашырыла. Тәүгеһе Павлодар ҡалаһының «Каустик» предприятиеһы базаһында химия кластеры төҙөү.

Башҡортостан менән Ҡаҙағстан эш төркөмөнөң осрашыуын даими уҙғарырға ниәтләй. Бынан тыш, эш сәфәрҙәре лә ойошторола. Күрше республика вәкилдәре беҙҙең делегацияны үҙҙәренә «Наурыҙ» байрамына саҡырҙы. Улар үҙҙәре Башҡортостанға эш сәфәрен һабан байрамына тура килтереп ойошторорға ниәтләй.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, киләсәктә ике яҡ араһында тура авиарейстар асыу маҡсаты ла тора. Шулай уҡ бәйләнештәрҙе мәҙәниәт, мәғариф, спорт өлкәһендә лә нығытыу мотлаҡ, тине республика башлығы. Әле Башҡортостанға килгән Ҡаҙағстан инвесторҙары эш сәфәре менән републиканың көньяҡ зонаһында булған, улар Сибай эргәһендә ағасты тәрән эшкәртеү буйынса завод төҙөү проектын ҡарай.

Беҙ төҙөлөш тармағы һәм йорт йыһаздары эшләү предприятиелары өсөн тәрән эшкәртелгән ағас плитәләре тәҡдим итергә уйлайбыҙ. Йыл һайын 300 мең кубометр әҙер продукция сығарыу ҡаралған. Инвестициялар күләме 100 миллион евронан ашыу, бөтәһе 300-ләп эш урыны асырға иҫәп тотабыҙ. Әле Сибай ҡалаһында булып, тәҡдим ителгән майҙанды ҡараныҡ, урын беҙгә оҡшаны, иң мөһиме: инфраструктура бар.

Сергей Хегай, Ҡаҙағстандың «Мега смарт» компанияһы директоры
Фото №1 - Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһындағы сауҙа әйләнеше 365 миллион долларға еткән

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ