Салауатта пассажир автобусы янып киткән

Бөгөн көндөҙ Салауат ҡалаһының Салауат Юлаев бульварында 36-сы маршрут буйынса пассажирҙарҙы хеҙмәтләндергән «Газель» пассажир автобусы янған.

Утты ваҡиға урынына килеп еткән ҡотҡарыусылар һүндергән. Көрәшкә 4 берәмек техника һәм 9 хеҙмәткәр йәлеп ителгән.

Пассажирҙар автобустан үҙаллы сыҡҡан. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр тураһында хәбәр ителмәй. 

Фото №1 - Салауатта пассажир автобусы янып киткән

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ