Өфөнөң «Йәшел сауҡалыҡ» биҫтәһендә тотош урам интернет селтәрһеҙ ҡалған

Карпинский урамында йәшәүселәр оҙаҡ йылдар глобаль донъяға тоташтырыуҙы һорай, әммә мәсьәләне хәл итеү өсөн электр линиялары ҡамасаулай. Ҡиммәткә төшкән мобиль интернеттың сифаты дистанцион уҡыу талаптарына яуап бирмәй. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Карпинский урамы Өфөлә урынлашҡан булһа ла, Интернет менән бәйле ҡатмарлыҡтар төпкөл ауылдарҙы хәтерләтә. Урындағы халыҡ интернет үткәрә алмай ыҙалай. Табипҡа яҙылыу һәм башҡа ҡушымталар менән файҙаланыу өсөн улар мобиль интернет менән файҙалана.

Мобиль бәйләнеш тә биләмәлә насар эшләй. Телефондан һөйләшкән ваҡытта бәйләнеш өҙөлә. Пандемия ваҡытында дистанцион уҡырға мәжбүр мәктәп уҡыусылары өсөн уғата ҡатмарлы.

Өйҙә вай-фай булмағас, дәрес әҙерләгәндә лә ҡыйын. Мобиль интернет насар эшләй, уҡытыусы менән һөйләшкәндә йыш ҡына бәйләнеш өҙөлә. Туғандарыма, дуҫтарыма йөрөп уҡырға тура килә.

Кирилл Зайцев, 10-сы класс уҡыусыһы

Интернет үткәреүҙе һорап биҫтәлә йәәшүселәр төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт иткән. Әммә электр энергияһы менән тәьмин итеүсе предприятие белгестәре әйтеүенсә, мәсьәләне хәл итеү өсөн Менделеев урамындағы үҙәк электр линиялар ҡамаусаулай.

«Уфанет» Интернет үткәрер өсөн һораған бағаналар аша электр уты үтә. Ҡоролма былай ҙа тулы ҡеүәткә эшләй, уның аша интернет үткәргән осраҡта линия сафтан сығыуы ихтимал.

Илдар Хәкимов, «Уфагорсвет» предприятиеһының техник бүлеге етәксеһе

Электр энергияһы менән тәьмин итеүсе предприятие етәкселеге билдәләүенсә, мәсьәләне хәл итеү өсөн улар эшлекле һөйләшеүҙәргә әҙер. Яҡын арала тикшереүҙәр тамамланғас интернет уҙғарыу өсөн яңы сымдар тәҡдим ителәсәк. Әлегә «Йәшел Сауҡалыҡ» үҙәгендә йәшәүселәргә ни бары мобиль интернет менән файҙаланырға тура килә.

Фото №1 - Өфөнөң «Йәшел сауҡалыҡ» биҫтәһендә тотош урам интернет селтәрһеҙ ҡалған
Башбат

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ