Баш ҡалала юниорҙар араһында ойошторолған химия буйынса республика олимпиадаһына йомғаҡ яһалды

Баш ҡалала юниорҙар араһында ойошторолған химия буйынса республика олимпиадаһына йомғаҡ яһалдыБәйгелә мәктәп һәм муниципаль этаптарҙы уңышлы үткән 7-8-се синыф уҡыусылары ҡатнашты. Иң яҡшы күрһәткестәр менән сығыш яһаусылар «Изотоп» йәйге химия мәктәбенә саҡырыу алды. Улар менән Гөлназ Хәйбуллина ҡатнашты.

Химия буйынса олимпиаданың практик өлөшөндә һәр ҡатнашыусы айырым партаға ултырып, тәжрибә үткәрҙе. Бының өсөн ҡоралдар бар. Задание ла билдәле. Тимер онтағы, кальций карбонаты, аш тоҙо, барий сульфатынан торған ҡатнашманының һан яғынан составын билдәләргә кәрәк. Бының өсөн уларҙы айырып, һәр компоненттың массаһын асыҡлау тәҡдим ителә. Аҡ ҡағыҙ битендә эш тәртибе лә яҙылған. Ваҡыт сикле, ике сәғәт ярым эсендә күнекмәләрҙе үтергә кәрәк.

Өфөлә Юниорҙар араһында ойошторолған химия буйынса республика олимпиадаһы дүртенсегә үтә. Быйыл мәктәп һәм муниципаль этаптарҙа ҡатнашыусылар иҫәбе биш мең ярымға еткән. Иң яҡшы күрһәткестәр менән сығыш яһаған йөҙҙән ашыу уҡыусы Республика инженер лицей-интернатында уҙғарылған йомғаҡлау бәйгеһенә саҡырыу ала. Ике көн дауамында үҫмерҙәрҙең теоретик һәм практик белемдәре баһалана. Эштәр Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы тарафынан әҙерләнгән.

Яңыраҡ проект гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү буйынса Президент гранттары фонды ойошторған конкурста ла яҡлау таба. Йәғни, олимпиада хәрәкәтен үҫтереүгә, химия фәне буйынса онлайн-дәрестәр уҙғарыуға яңы мөмкинлектәр асыла. Бәйгегә килгәндә, еңеүселәргә һәм призерҙарға дипломдар, партнерҙарҙан иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ улар йәйге каникулын да файҙалы үткәрәсәк.

Олимпиада сиктәрендә уҡыусыларға төрлө тренингтар, театрлаштырылған тамаша, лабораториялар буйынса экскурсиялар, инженер уйындар ойошторолдо. Шулай уҡ Республика инженер лицей-интернаты стеналарында уҙғарылған химик шоу ҙа күптәрҙә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Фото №1 - Баш ҡалала юниорҙар араһында ойошторолған химия буйынса республика олимпиадаһына йомғаҡ яһалды

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ