Өфөлә табиптар 48 йәшлек ҡатындан 5 килограмлыҡ миома алған

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы хирургтары 48 йәшлек ҡатындан 5 килограмдан ашыу тартҡан шеште алып ташлап уңышлы операция яһаны. Уникаль әмәлиәт клиникала тәүгә түгел.

5 килограммлыҡ шеште 48 йәшлек ҡатын күпме ваҡыт йөрөткәндер, уныһы аныҡ ҡына билдәһеҙ. Егерме йыл ул гинекологҡа күренмәгән. Һөҙөмтәлә аналыҡта 5 килограмдан ашыу шеш үҫкән. Эске органдарын ҡыҫа башлағас ҡына ул табипҡа мөрәжәғәт иткән. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы табиптары 2 сәғәт ярым ваҡыт эсендә операция эшләп уны ҡотҡарып ҡалған.

Әхирәттәре, һин йөклөмө әллә, тип һорағас ҡына эсе ҙурайған ҡатын табипҡа барған. Шеште тикшерергә бирҙек. Гистология анализдары әлегә әҙер түгел.

Әлфиә Ящук, Башҡорт дәүләт медицина университетының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы мөдире

Бындай әмәлиәтте тик тәжрибәле табиптар ғына үҙ өҫтөнө ала. Шеште алып ташлағанда күп ҡан юғалтыуҙан сирленең ғүмере өҙөлөүе мөмкин. Клиникала ҡатмарлы операциялар төрлө йүнәлештәге белгестәр ҡатнашлығында үтә.

Шеш ҡан тамырына йәбешеп үҫкән. Операцияны мульти дисциплинар бригада башҡарҙы. Тәжибәле акушерҙарҙан тыш ҡан тамырҙары хирургтары ҡатнашты.

Илнур Мусин, Башҡорт дәүләт медицина университетының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы доценты

Пациент Өфө районынан, ул дауаханан сыҡҡан. Табиптар әйтеүенсә, клиникала бындай әмәлиәт тәүгә эшләнмәй. Былтыр декабрҙә бүлек мөдире Зөлфиә Галаванова етәкселегендә хирургтар 11 килограмлыҡ миоманы алып ташлау буйынса операция яһаған. Нефтекаманан килгән ҡатын өсөн дә уникаль операция уңышлы тамамланған. Гигант шеш ярты йыл эсендә шундай үлсәмгә еткән. Миоманың барлыҡҡа килеү сәбәптәре төрлө ти, аҡ халатлылар.

Дауаханала шундай уҡ диагноз менән тағы бер ҡатын ята. Белгестәр әйтеүенсә, ковид пандемияһы менән бәйле халыҡ медицина учреждениеларына сәләмәтлеге торошон тикшертергә һирәк йөрөй башлаған. Улар йоғошло сирҙән башҡа ауырыуҙар барлығын онотмаҫҡа, ҡатын-ҡыҙҙарға йылына бер-ике тапҡыр гинекологка күренеп торорға кәңәш итә.

Фото №1 - Өфөлә табиптар 48 йәшлек ҡатындан 5 килограмлыҡ миома алған
Башбат

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ