Өфө боҙҙа мотоуҙыш буйынса Рәсәй суперлигаһының өсөнсө һәм дүртенсе этабын ҡабул итә

Бөгөнгә Ғабдрахман Ҡадиров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәге командаһы Тольятти вәкилдәренән бер мәрәйгә артта ҡалып, икенсе баҫҡыста килә. Команда чемпионатында шулай уҡ Күмертау ҡапаһы коллективы ла сығыш яһай.

Йома ярышта ҡатнашыусылар өсөн рөсми күнекмәләр уҙа. Әммә төбәктәге ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә бәйле, ярышты күп кеше ҡарай алмай. Стадион 70 процентҡа ғына тулы булырға тейеш. Бынан тыш, көйәрмәндәрҙән барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә теүәл үтәү талап ителә.

Фото №1 - Өфө боҙҙа мотоуҙыш буйынса Рәсәй суперлигаһының өсөнсө һәм дүртенсе этабын ҡабул итә

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ