“Иң яҡшы Яңы йыл ҡаласығы” конкурсы йомғаҡтары иғлан ителде

5 номинацияла барған бәйгелә 1 мең 160 боҙ ҡаласығы ҡатнашты. Ҡала райондары араһында Өфөнөң Калинин районы, ҡала округтары буйынса Нефтекама, ҡала биләмәләрендәге ҡаласыҡтар буйынса Туймазы, ауыл биләмәләре номинацияһында Тәтешле районы, күп ҡатлы йорт алдарындағы яңы йыл боҙ һындары араһында Өфөнөң Софья Перовская урамындағы 13-сө йорт беренсе урынға лайыҡ булды. Еңеүселәргә республика бюджеты иҫәбенә аҡсалата премиялар тапшырыла. Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов әйтеүенсә, Яңы йыл ҡаласығын әҙерләгәндә халыҡ фекере лә иҫәпкә алынған.

“Иң яҡшы Яңы йыл ҡаласығы” конкурсы йомғаҡтары иғлан ителде
Фото №1 - “Иң яҡшы Яңы йыл ҡаласығы” конкурсы йомғаҡтары иғлан ителде
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ