Баш ҡалабыҙҙа химия буйынса республика олимпиадаһы үтте. Унда 7-се, 8-се класс уҡыусылары ҡатнашты. “Олимпиадала өлгәшкән уңыштары уларға имтиханһыҙ алдынғы уҡыу йорттарына уҡырға инергә мөмкинлек бирә”, ти химия фәндәре кандидаты Айнур Ғүмәров.
Олимпиаданың республика кимәлендә 90 уҡыусы көс һынашты. Улар араһында Әбйәлил районынан килгән Рания Ишмөхәмәтова бар.







