Ремонтһыҙ йорт. Өфөнөң Орджоникиздзе районы Короленко-2 адресы буйынса йәшәүсе граждандар торлаҡтарын һыу баҫыуына, стеналар күгәреүенә, электр линияларында көсөргәнеш һөҙөмтәһендә утһыҙ ҡалыуҙарына зарлана. Торлаҡ-коммуналь өлкәһендә граждандарҙың мәсьәләләрен БЮТ каналының ижади төркөмө лә өйрәнде. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова дауам итә.
Ремонт өсөн Дания Нурғәлиева ай һайын иҫәпләшә, ә ҡайһы берҙә түләүҙәрҙе ваҡытынан күпкә алда ла индерә. Шуға ҡарамаҫтан йорттағы ярыҡтарҙы бында йәшәүселәр үҙ кеҫәһенән аҡса сығарып ремонтларға мәжбүр була. Әммә яһалған косметик ремонт оҙаҡҡа етмәй.
Ә бинаның иң ситке бүлмәһендә Ильяс Нурғәлиев 32 йыл ғүмер итә. Түбәнән үткән ҡар һыуы, йорт стенаһын таушатҡан, йылы тормай, мин ни өсөн һалҡын торлаҡ өсөн түләргә тейешмен, тип зарлана ул.
Ятаҡ тибындағы йортта йәшәүселәрҙең хәле йылдар дауамында үҙгәрешһеҙ ҡала. Был мәсьәләләргә электр линияларында көсөргәнешлек тә өҫтәлә.
Торлаҡ-коммуналь хужалығында Короленко, 2 адресы буйынса йәшәүсе граждандарҙан етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү хаҡында заявкалар бик һирәк килә тигән яуап алдыҡ.
Йортто ҡыйыҡтан ғына түгел, ә подвалдан да һыу баҫа. Подвалдың торбалары иҫкергән. Тишелгән торбаларҙан тәүлек әйләнәһенә һыу урғыла.
Короленко- 2 адресы буйынса урынлашҡан был йорт 1958-се йылда төҙөлгән. Бында йәшәүселәр әйтеүенсә, йортҡа бер ҡасан да капиталь ремонт үткәрелмәгән. Граждандар иң беренсе сиратта йорттоң инженер, һыу селтәрҙәрен алмаштырыу, түбәне яңыртыу талабын ҡуя.
Гүзәл Борханова




